09:05
Гимназисты в музее
12 апрель - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө.
1961 йылдың 12 апрелендә Байконур космодромынан “Восток-1” космик корабле һауаға күтәрелә. Корабль бортындағы кеше- беренсе космонавт Юрий Гагарин була. Ошо ваҡиғанан һуң 12 апрель Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө тип билдәләнә.

Был көндө райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейында космонавтика көнөнә арналған матур сара ойошторолдо. Башҡорт гимназияһының 8 г класы уҡыусылары класс етәксеһе Нурмөхәмәтова Ф.К. менән музей дәресендә булып,йыһан һәм космонавтар тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды.

Уҡыусылар видеофильм ҡараны һәм викторина һорауҙарына яуап биреп, белемдәрен арттырҙы.
Просмотров: 93 | Добавил: kugarmuseum | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
avatar