09:57
112-се һанлы Башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоуына - 80 йыл
Күгәрсен районының тарих һәм туған яҡты өйрәнеү музейына гимназия уҡыусылары һәр ваҡыт ҙур теләк менән бара. 8г класы уҡыусылары класс етәкселәре Нурмөхәмәтова Ф.К. менән 112-се һанлы Башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоуына 80 йыл тулыу уңайы менән үткәрелгән музей дәресендә булды.

Уҡыусылар алдында Күгәрсен районының ветерандар Советы рәйесе Сафин И.К. сығыш яһаны. Ирек Кинйәбай улы Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихы һәм яу юлы тураһында һөйләне. Был дивизияла Күгәрсен районынан да данлы ир-егеттәр күп булған.

Шулай уҡ Ирек Кинйәбай улы фронтҡа тылдың ярҙамы тураһында ла бик күп мәғлүмәттәр бирҙе.Ҡатын-ҡыҙҙар илде яҡлап һуғышҡа киткән ир-егеттәргә аҙыҡ-түлеген дә ,бәйләнгән йылы ойоҡбаштар,бирсәткәләр ебәреп торған.”Бөтәһе лә фронт өсөн,бөтәһе лә еңеү өсөн”девизы менән йәшәгәндәр улар.

Ирек Кинйәбай улы 112-се кавалерия дивизияһы составында илде һаҡлаған яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыуы тураһында ла һөйләне. Уҡыусылар ҙа ошо эшкә ҡушылып китһен ине,-тигән теләген еткерҙе.

Илһөйәрлек тәрбиәләгән музей дәресе уҡыусыларға бик оҡшаны"-тип дәрестән ҡалған тәьҫораттары менән 8 г класс етәксеһе Нурмөхәмәтова Ф.К. ҡыҙы бүлеште.

Просмотров: 133 | Добавил: kugarmuseum | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
avatar